11 декабрь, Йәкшәмбе

07 февраль 2010 йыл, 9:00

Президентлыҡ – ул, юғары статус ҡына түгел, ул – ҙур яуаплылыҡ та

автор: Марина Шумилова

Бөгөн – республика Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған көнө.

Уның бөтә ғүмере Башҡортостан менән бәйләнгән – бында уның тамырҙары, ошонда ул йәшәй һәм эшләй. Уҙған йылдар бик күп ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған. Иҡтисади көрсөк ауыр эҙемтәләр менән янаған һәм һәр төбәк был хәлдән үҙенсә сыҡҡан 90-сы йылдарҙы үткәрҙек. Республикабыҙҙың иҡтисади стратегияһын ваҡыт үтеү менән реформалаштырыуҙың "Башҡортостан моделе" тип атанылар. Уның нигеҙенә ике төп принцип һалынғайны.  Беренсенән, емермәү, ә план-бүлеү иҡтисадын баҙар иҡтисадына үҙгәртеү, икенсенән, халыҡ өсөн социаль гарантияларҙы һаҡлау. Шок терапияһынан, тотош хосусилаштырыуҙан баш тартыу, баҙарға аҡрынлап инеү производствоны тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалырға һәм унан һуң иҡтисади күтәрелеш өсөн шарттар булдырырға ярҙам итте. Дәүләттең производство ғына түгел, социаль өлкәлә лә әүҙем йүнәлеш биреү һәм ойоштороу роле беҙҙең иҡтисади үҫешкә хас үҙенсәлек булып торҙо.

Республикала иҡтисади үҫеш темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғары. Тулайым төбәк продукты күләме һәм төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса беҙ Рәсәй Федерацияһының тәүге ун, ә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса тәүге өс субъекты иҫәбенә инәбеҙ. Тотороҡло ижтимағи-сәйәси хәл, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ – беҙҙең айырым бер ҡаҙанышыбыҙ. Ә тыныслыҡ һәм граждандарҙың үҙ-ара татыулығы, башлыса, маҡсатҡа йүнәлешле дәүләт сәйәсәте менән билдәләнә бит. Илебеҙ кисергән үҙгәрештәр дәүере беҙҙе тормоштоң был сифаттарын айырыуса баһаларға өйрәтте.

Әлбиттә, ысынбарлыҡта проблемалар етерлек, йәшәү кимәле лә яҡшыртыуҙы талап итә, хәҙерге иҡтисади көрсөк был хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Мортаза Рәхимов буштан-буш вәғәҙә биреүселәрҙән түгел, сөнки бөтә проблемаларҙы ишетеп түгел, ә үҙ күҙҙәре менән күреп белә. Һуңғы йылдарҙа республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса тәғәйен аҙымдар яһалды, республика бюджеты средстволарының яртыһынан ашыуы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Күп эштәр башҡарылды, ләкин алда тағы ла күберәк эштәр тора. Һәм республика Президенты һис тынғы белмәй, уның эш көнө 10-12-шәр сәғәт дауам итә, райондарҙа ул аҙна һайын тиерлек була. Бындай тормош темпына һәм ритмына һәр кем түҙмәй. Ләкин президентлыҡ – ул юғары статус ҡына түгел, ул – ҙур яуаплылыҡ та, яҡташтарыңдың проблемаларын һәм ауырлыҡтарын үҙ йөрәгең аша үткәреү. Шуға күрә лә Башҡортостан халҡы өс тапҡыр һайлауҙарҙа республика Президентын яҡлап алып ҡалды.

Мортаза Рәхимовтың юғары профессионализмын, эшлеклелек һәм шәхси сифаттарын Кремлдә лә юғары баһалайҙар, Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәт Рәйесе күп тапҡырҙар уның эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Был кешенең республика өсөн әһәмиәтен билдәле яҙыусы, «Завтра» гәзитенең баш мөхәррире Александр Проханов бик тә тос билдәләне (ә уны бит бер нисек тә ярамһаҡланыуҙа ғәйепләп булмай).

— Президент Рәхимов идарасыларҙың юғала барыусы формацияһына ҡарай, ул – идарасынан бигерәк, Милләт Атаһы, уның символы, — тип билдәләне Александр Проханов. – Бындай сифаттар Европа кимәлендәге сәйәсмәндәргә бөтөнләй хас түгел. Ул республика өсөн баһалап бөткөһөҙ кеше.

темалар: БР Президенты