9 декабрь, Йома

05 февраль 2010 йыл, 9:18

Өфө моторҙар эшләүселәре «Сатурн» фәнни-производство ойошмаһы менән берлектә яңы быуын самолеттарына двигателдәр эшләй

автор: Любовь Колоколова

«ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бишенсе быуын истребителдәре двигателе өҫтөндә эшләүҙе дауам итә.

Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексының быйылғы йылдың 29 ғинуарында башҡарылған тәүге һынау осошо бишенсе быуын самолетына двигатель эшләү буйынса “Сатурн” ойошмаһы менән берлектәге ӨМЭПБ проектын ғәмәлгә ашырыуҙың сираттағы уңышлы этабы ул. Был турала “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фронт авиацияһы перспективалы авиацион комплексының һынау үткәреү өсөн тәғәйенләнгән самолетына, истребителгә етеҙ маневрҙар яһауға мөмкинлек биреүсе, үҙгәреүсән тартыу көсө векторы булған ике  “117” двигателе ҡуйылған. Оҙайлы ваҡыт тауыштан шәберәк осоуы һәм күҙгә күренеп бармауы истребителдең уникаль үҙенсәлектәре булып тора.

— Был двигатель өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ, — ти “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры  Александр Артюхов. –  Бик күләмле мәсьәлә был. Шулай ҙа белгестәребеҙ, үҙләштерелгән инновацион технологиялар һәм юғары технологик ҡорамалдар арҡаһында һәм, әлбиттә,  предприятие-партнерҙар ярҙамында билдәләнгән маҡсатҡа ваҡытында өлгәшербеҙ, тип ышанам.

темалар: сәнәғәт