Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Рөстәм Миңлехановты Татарстан Президенты вазифаһына һайланыуы менән ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рөстәм Миңлехановҡа Татарстан Республикаһы Президенты вазифаһына һайланыуы менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:

"Хөрмәтле Рөстәм Нурғәли улы!

Һеҙҙе юғары вазифаға – Татарстан Республикаһы Президенты булып һайланыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Дәүләт Советы депутаттарының Һеҙҙе бер тауыштан хуплауы – республика халҡының, алынған курстың күсәгилешлегенә, социаль-иҡтисади прогресты дауам итеүгә, кешеләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыуға өмөттәрен Һеҙҙең менән бәйләп, ышаныс күрһәтеүе ул.

Беҙ Һеҙҙе бик яҡшы дәүләт эшмәкәре, производство һәм идара итеү өлкәһендә бай тәжрибәгә эйә булған сәйәсмән булараҡ беләбеҙ. Яңы вазифала Һеҙ Татарстандың артабанғы үҫешенә, беҙҙең туғандаш республикаларҙың күп яҡлы хеҙмәттәшлеген киңәйтеүгә тос өлөш индерерһегеҙ, тип ышанабыҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Татарстан Республикаһы һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!

Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть