Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Байрам алды һәм байрам көндәрендә өҫтәмә поездар биреләсәк

Иҡтисад

Куйбышев тимер юлы –"Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы быйыл февраль һәм март айҙарында Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнә билдәләнәсәк байрам алды һәм байрам көндәренә өҫтәмә поездар тәғәйенләй.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәте хәбәр итеүенсә,  хәҙерге ваҡытта 17 пассажир поезды тәғәйенләнгән дә инде, улар февраль һәм март айҙарындағы байрам алды һәм байрам көндәрендә 84 рейс яһаясаҡ. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә байрамдарҙа иң популяр йүнәлештәр буйынса йөрөйәсәк тағы биш поезд тәғәйенләргә планлаштырыла.

Мәҫәлән, Өфө станцияһынан «Башҡортостан» фирма поезы (№ 239) өҫтәмә рәүештә 19, 23 февралдә һәм 9 мартта китәсәк (ҡуҙғалыу ваҡыты – 7.10), ә кире Өфөгә — 20, 24 февралдә һәм 10 мартта 17 сәғәт 08 минутта (240-сы поезд).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть