2 декабрь, Йома

04 февраль 2010 йыл, 17:34

Өфөлә Алкоголизмға ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара конференция үтә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә “Алкоголизм һәм йәмғиәттең социаль-әхлаҡи һаулығы” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Уның ойоштороусылары булып Башҡортостан урыҫтары Соборы һәм БР Фәндәр академияһы сығыш яһай. Конференцияны үткәреүгә, шулай уҡ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР буйынса Эске эштәр министрлығы, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы Йорто, БР Балалар фонды, “Алкоголизм һәм накоманияға – юҡ” хәйриә фонды, Айыҡлыҡ өсөн көрәш Союзының Башҡортостан бүлеге, БР “Белем” йәмғиәте ярҙам итә.  

Ойоштороу комитеты координаторы Виктор Афанасьевтың “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, баштараҡ был сараны республика кимәлендә үткәреү планлаштырылған. Ләкин күтәрелгән мәсьәләгә фәнни һәи киң йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуғас, конференцияның статусы, ҡатнашыусылар географияһы киңәйгән һайын, тәүҙә төбәк-ара, артабан бөтә Рәсәй һәм ахырҙа халыҡ-ара кимәлгә тиклем үҫкән.  

Конференция сиктәрендә XX – XXI быуаттарҙа Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда алкоголизм таралыу проблемалары тикшереләсәк. Ошонда уҡ ҡайһы бер ҡатнашыусылар алкоголизмды дауалау һәм профилактикалауҙың яңы ысулдары, реабилитациянан һуң ауырыуҙы күҙәтеү алымдары, алкоголизмды булдырмау буйынса фәнни-ғәмәли материалдар, сирҙе дауалауҙың яңы технологиялары менән таныштырасаҡ.