6 декабрь, Шишәмбе

04 февраль 2010 йыл, 17:01

БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы «Ҡан баҫымыңды үлсә» акцияһын дауам итә

автор: Елена Макушина

Февралдә БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының 20 аптекаһында ҡан баҫымын үлсәүгә тонометрҙар ҡуйыла. Теләге булған һәр кеше ҡан баҫымын һәм пульс йышлығын бушлай үлсәй аласаҡ.

Әйтергә кәрәк, бындай акция “Башфармация” аптека селтәрҙәрендә 2009 йылдың декабрендә лә үткәрелгәйне. Акцияның бер аҙнаһы дауамында ғына ҡан баҫымын 28506 кеше тикшерткән.

БР«Башфармация» ДУП-ынан “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, акция республика халҡына һаулығын һаҡлауҙа һәм профилактикалауҙа тейешле ярҙам күрһәтеү ниәтендә үткәрелә һәм граждандарға ҡан баҫымын үлсәтеүҙән тыш, белгестәрҙән квалификациялы консультация алырға ла мөмкинлек бирә.

Өфөнән тыш, акцияла Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Нефтекама, Сибай һәм башҡа ҡалалар ҡатнаша.