5 декабрь, Дүшәмбе

04 февраль 2010 йыл, 16:26

“Бүздәк һандуғастары” балалар йыры конкурсы Еңеүҙең 65 йыллығына арнала

автор: Марина Шумилова

15 ғинуарҙан 26 февралгә ҡәҙәр Бүздәк районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Бүздәк һандуғастары” балалар йыры конкурсы үткәрелә. Конкурс маҡсаты — һәләтле йәш йырсыларҙы асыҡлау һәм балалар ижадын, патриотик тәрбиәне үҫтереү.    

5-8, 9-12 йәшлектәр төркөмөндә сығыш яһаусы йырсылар конкурсҡа Бөйөк Ватан һуғышына арналған ике йыр тәҡдим итәсәк. Беренсе, һайлап алыу туры урындарҙа үткән. 10 февралдә район Мәҙәниәт һарайында икенсе турын үткәреү ҡаралған. 26 февралдә ошонда уҡ конкурс еңеүсеһен билдәләйәсәк өсөнсө, һуңғы туры үтә.