3 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2010 йыл, 16:13

2010-сы “пробалы” Олимпиада “алтыны” миллион ярым һум тора

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан етәкселеге Ванкуверҙағы XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусыларға түләнәсәк өҫтәмә премиялар хаҡында иғлан итте.  

“Башинформ” агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Олимпиадала еңеүселәр 1,5 миллион һум аҡса аласаҡ, “көмөш” өсөн – бер миллион, “баҡыр”ға 500 мең биреләсәк. Шуның менән бергә, премияларҙың ҡап яртыһы еңеүселәрҙең тренерҙарына тәғәйенләнгән.

Рәсәй йыйылма командаһына ингән спортсылар һаны буйынса Башҡортостан илебеҙ төбәктәре араһында өсөнсө урында – 11 кеше.