11 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2010 йыл, 16:01

Нефтекамала “Ветеранға хат яҙ” акцияһы үтә

автор: Марина Шумилова

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан Нефтекамала “Ветеранға хат яҙ” акцияһы үтә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында почта кешеләргә туғандары һәм яҡындары менән бәйләнеш тоторға ярҙам иткән, өйҙән килгән матур хәбәр һалдат күңелен йылытҡан, яугир рухын нығытҡан. Һәм бөгөн дә бик аҙ ҡалып барған ветерандарыбыҙ йылы һүҙгә һәм янындағыларҙың иғтибарына мохтаж. Ҡала округы хакимиәте сайтында ҡала халҡы – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемемлеге баҫылған, һәм һәр нефтекамалы уларға хат яҙып, рәхмәт һүҙҙәрен белдерә, Еңеүҙең етеп килгән 65 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ветерандарҙы ҡотлай ала.

Өсмөйөш һалдат хаты формаһындағы хат-хәбәрҙәрҙе теләгән почта йәшнигенә төшөрөргә мөмкин. Нефтекама почтамты хеҙмәткәрҙәре уларҙы адресатына тапшырасаҡ.