10 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2010 йыл, 15:39

Башҡортостан Бокс федерацияһы эшмәкәрлеге хаҡында китап-альбом сығарҙы

автор: Дмитрий Слезин

"Башҡортостанда бокс» — Башҡортостан Бокс федерацияһы сығарған китап-альбом тап шулай атала.

“Башинформ” агентлығына Федерацияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, китапта Николай Соловьев асҡан беренсе спорт түңәрәгенән башлап хәҙерге көнгә тиклемге республика боксы тарихы яҡтыртылған.

Баҫмала билдәле бокссылар, тренер, судьялар тураһында очерктар тупланған, төбәк бокс мәктәптәре һәм Башҡортостанда үткәрелгән турнирҙар тураһында мәғлүмәт бирелгән.

Китапҡа республиканың иң яҡшы фоторәссамдарының фотоһүрәттәре ингән. Китап-альбомды баҫмаға әҙерләүҙе һәм дизайнды “Белая река” нәшриәте башҡарған.

темалар: бокс