7 декабрь, Шаршамбы

04 февраль 2010 йыл, 15:19

Башҡортостандың авиасәнәғәт профойошмалары хеҙмәт баҙарындағы хәлде тикшерәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан радиоэлектрон сәнәғәте һәм авиасәнәғәт предприятиелары комитеттарының профойошмалары ҡатнашлығындағы семинарҙа тармаҡтағы хеҙмәт баҙары хәле үҙәк мәсьәләләрҙең береһе буласаҡ.

Сараны Башҡортостан Республикаһы профойошмалар федерацияһы һәм Профойошма кадрҙары квалификацияһын күтәреү институты ойоштора. “Башинформ” агентлығына БР Профойошмалар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, семинар нигеҙендә профилле белгестәр мәшғүллеге мәсьәләләренән тыш, башҡа социаль-иҡтисади һорауҙар ҙа тикшереләсәк, шул иҫәптән республика иҡтисадының 2009 йылдағы үҫеш йомғаҡтары, тармаҡ предприятиеларының финанс хәле һәм башҡалар.