6 декабрь, Шишәмбе

04 февраль 2010 йыл, 13:51

Ауыл биләмәләре башлыҡтарын Халыҡ иҫәбен алыу концепцияһы менән таныштыралар

автор: Ғәлиә Нәбиева

"Урындағы үҙидараны камиллаштырыуҙың мөһим мәсьәләләре" программаһы буйынса квалификацияны күтәреү курстарына килгән Башҡортостан Республикаһы ауыл һәм ҡала биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарын 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү концепцияһы менән таныштырҙылар.

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин менән демографик статистика һәм халыҡ иҫәбен алыу бүлеге начальнигы Ирина Үтәшева 2010 йылдың октябрендә республикабыҙ территорияһында Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерлек эштәре, ҡабул ителгән норматив-хоҡуҡи документтар, иҫәп алыу программаһы тураһында һөйләне, шулай уҡ төп ойоштороу-методологик мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Тыңлаусылар мәғлүмәтте ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Докладсыларға күп һорауҙар бирҙеләр.

Ауыл һәм ҡала биләмәләре хакимиәттәре һәр ваҡыттағыса халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуҙа әүҙем ярҙамсылар булып тора. Урындағы үҙидара органдары иҫәп алыу буйынса мөһим эштәрҙе үткәреүгә йәлеп ителгән. Улар йорт исемлектәрен актуалләштереүҙә һәм адрестар хужалығын тәртипкә килтереүҙә ҡатнашты. Артабан уларҙың бурысы – иҫәп алыусы персоналды бина, транспорт һәм элемтә менән тәьмин итеү.