3 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2010 йыл, 12:43

Торлаҡты хосусилаштырыу 2013 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексын ғәмәлгә индереү тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Үҙгәрештәргә ярашлы, торлаҡты хосусилаштырыу срогы 2013 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Элекке нормаға ярашлы бушлай хосусилаштырыу 2010 йылдың 1 мартында тамамланырға тейеш ине.

Үҙгәрештәргә ярашлы, Рәсәй граждандары 2013 йылдың 1 мартына тиклем үҙ торлағын хосусилаштыра йәки хосусилаштырыуын киренән бөтөрә (приватизация һәм деприватизация) ала. Билдәле булыуынса, торлаҡты хосусилаштырыу — ул граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондында биләгән торлаҡ бинаһын ирекле нигеҙҙә Рәсәй Федерацияһы граждандары милкенә бушлай тапшырыу. Ә деприватизация – ул кире процесс, йәғни граждандың милкендә булған торлаҡты дәүләт йәки муниципаль органдарға тапшырыу.

Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә бушлай хосусилаштырыу 1992 йылдан ғәмәлдә һәм 18 йыл эсендә уның сроктары ике тапҡыр оҙайтылды: тәүгеһендә — 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем, икенсеһендә — 2010 йылдың 1 мартына тиклем.

Хосусилаштырыу срогын оҙайтыу сәбәбе шуға ҡайтып ҡала: әлегә теләүселәрҙең барыһы ла, беренсе сиратта, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хеҙмәткәрҙәр хосусилаштырыу хоҡуғы менән файҙаланмаған һәм үҙ торлағының хужаһы була алмаған әле. Хосусилаштырыу срогын 2013 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтыу теләгән граждандарҙың барыһына ла торлағын бушлай үҙ милкенә әйләндереү хоҡуғын бойомға ашырырға булышлыҡ итәсәк.