11 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2010 йыл, 11:14

Стәрлетамаҡ районы малсылары һөт етештереү буйынса алда бара

автор: Ғәлиә Нәбиева

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ районы малсылары һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Район аграрийҙары быйыл да үҙ позицияларын төшөрмәй. Йыл башынан һәр һыйырҙан бында уртаса 419-ар килограмм һөт һауып алынған. Стәрлетамаҡтар тәүлегенә уртаса һауым буйынса ла алда бара – 13,2 килограмм. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфө (12,3 кг), Учалы (11,8 кг), Тәтешле (11,7 кг), Ауырғазы (11,5 кг), Саҡмағош (11,2 кг), Ҡырмыҫҡалы (11 кг) райондарында тәүлегенә уртаса һауым буйынса күрһәткестәр яҡшы.

Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары буйынса йыл башынан алып тулайым һауым 3371 тонна тәшкил итте, 2852 тонна һөт һатылды.