10 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2010 йыл, 10:56

Ванкувер-2010: ватан призерҙары яҡшы аҡса аласаҡ

автор: Лилия Тыртышная, Дмитрий Слезин

Ете көндән Ванкуверҙа XXI ҡышҡы Олимпия уйындары башланасаҡ.

Рәсәй йыйылма командаһына 179 атлет инде, был Туринда уҙған ҡышҡы Уйындар-2006-лағыға ҡарағанда берәүгә күберәк. Шуларҙан 55 кеше — атҡаҙанған спорт мастерҙары.

Спорттың 14 төрө буйынса 86 миҙал комплекты буласаҡ. Ватандаштарыбыҙ программаның 77 номерында ҡатнашасаҡ.

Ванкуверҙағы ҡышҡы Олимпия уйындары-2010 еңеүселәре һәм призерҙары лайыҡлы бүләк аласаҡ — «алтын» миҙал өсөн 100 мең евро, «көмөш» һәм «бронза» өсөн — 60 һәм 40 мең.

Бынан тыш, "Рәсәй олимпиада еңеүселәрен яҡлау фонды" ярыш призерҙарын автомобилдәр менән өҫтәмә дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Өҫтәүенә спорт төрҙәре буйынса төп федерациялар үҙ спортсылары өсөн приздар билдәләне — 50 меңдән 100 мең долларға тиклем. Традицион рәүештә һәр төбәк үҙ яҡташтарына аҡсалата бүләк тапшырасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең  республиканан Олимпиада-2010-ға 11 кеше барасаҡ: биатлонсы Максим Чудов, трамплиндан һикереүсе Дмитрий Васильев, ике төрҙән көрәшсе Сергей Масленников, тау саңғысыһы Ләйсән Раянова, шорт-трек тиҙ йөрөүселәре Руслан Захаров менән Семен Елистратов, "Салауат Юлаев" хоккей клубы хоккейсылары Дмитрий Калинин, Сергей Зиновьев, Виктор Козлов һәм Александр Радулов (запаста — Александр Еременко, Виталий Прошкин һәм Олег Твердовский) һәм бобслейсы Дмитрий Абрамович.