Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» һөҙөмтәле матчта «Лада»ны отто

Йәмғиәт

Тольяттила Өфөнөң “Салауат Юлаев”ын урындағы “Лада”  ҡабул иткән Континенталь хоккей лигаһының сираттағы матчы тамамланды.  Өфөлөләр 5:2 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште.  

Беренсе осорҙа уҡ “юлаевсылар” уңышҡа ҙур аҙымдар яһаны  – 3:0. Петр Счастливый беренсе шайбаны ҡапҡаға ырғытып һәм өсөнсөһөндә ҡатнашып (Игорь Григоренко ярҙамында), Өфө өсөн тәүге мәрәйҙәр йыйҙы.

Матчта икенсе голды Олег Твердовский индерҙе, уның ассистенттары — Сергей Зиновьев һәм Александр Радулов.

Икенсе ваҡыт арауығында Счастливый Григоренкоға йәнә отошло уйыны менән ярҙамлашты – 4:0, ә Радулов өфөлөләрҙең бишенсе һөҙөмтәле атакаһын уңышлы тамамлап ҡуйҙы — 5:0.

Ошонан һуң ғына хужалар Виктор Другов ярҙамында уйын иҫәбен бер аҙ үҙгәртеүгә иреште  – 1:5.

Иван Лекомцев күпселектә булыуҙарын ҡулланып, икенсе осорға нөктә ҡуйҙы – 2:5.

Өсөнсө осорҙа Өфө хоккейсылары һәр төрлө ҡағиҙә боҙоуҙарҙа ғына “оҫталыҡ” күрһәтте, һөҙөмтәлә өс тапҡыр уйынсыларҙың кәметелгән составында уйнаны.

114 мәрәй туплап, Башҡортостан клубы КХЛ дөйөм турнир таблицаһында таҙа беренсе урынға сыҡты.

5 февралдә «Салауат Юлаев» Түбәнге Камала «Нефтехимик»ҡа ҡаршы уйнаясаҡ.    

Теги: Хоккей,КХЛ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть