Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Асҡын районы имамдары социаль сирҙәргә ҡаршы көрәшә

Сәйәсәт

Асҡын районында «Диндең кеше һәм йәмғиәт һаулығына йоғонтоһо» семинары үтте. Был сараның инициаторы булып урындағы мосолман руханиҙары сығыш яһаны.

БР мосолмандарының Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай семинарҙар Асҡын районында традиционға әйләнеп бара. Улар урындағы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм дини хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри камиллашыуына булышлыҡ итә. Бындай семинарҙарҙың күбеһе социаль сирҙәрҙе иҫкәртеүгә, беренсе сиратта, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен, йәғни “мәңгелек ҡиммәттәр”ҙе пропагандалауға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, Яңы йыл байрамдары алдынан бында йәштәр араһында эскелек, наркомания һәм тәмәке тартыуҙың таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән «Йәштәрҙе тәрбиәләүҙә исламдың роле» семинары үткәрелде.

Асҡын районы имам-мөхтәсибе Мөхәммәт Хәсәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, урындағы руханиҙарҙың бындай саралары район хакимиәте яғынан әүҙем яҡлау таба.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть