10 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2010 йыл, 9:37

Республика юбилейына бүләккә – күргәҙмә

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

«Һөйөклө республикам минең» — тап ошолай атала Башҡортостан Республикаһының Милли музейында асылған күргәҙмә. Уның авторы Өфө рәссамы Ринат Әхмәтов. Республиканың 20 йыллыҡ юбилейына картиналар күргәҙмәһенән дә ҙурыраҡ бүләк эшләй алмаҫ инем, тип иҫәпләй оҫта үҙе.

Милли музейҙа асылған яңы экспозицияның Башҡортостанға арналыуы хаҡында исеме генә түгел, эстәлеге лә һөйләй. Уға 40 картина ингән, һәм уларҙың барыһы ла Башҡортостандың уникаль тәбиғәтен һүрәтләй: көҙгөләй саф күлдәр, йәмле һыу буйҙары, ҡолас етмәҫ баҫыуҙар киңлеге, мәғрүр тауҙар, кеше аяғы баҫмаған урмандар.

Бар һүрәттәрен дә Ринат Әхмәтов ысынбарлыҡтан күсереп яҙа, шуға ла уны бик йыш рәссам-реалист, тиҙәр.

— Һүрәттәремә сюжеттар табыу өсөн Башҡортостан буйлап күп йөрөргә тура килә. Иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе – тыуған яғым тәбиғәтенә һоҡланыу һәм ҡыуаныс тойғоһо кисереү. Минең һүрәттәремде ҡарағандар ҙа шатлыҡ кисерһен һәм бер-береһенә, тәбиғәткә ҡарата итәғәтлерәк, яҡшыраҡ мөнәсәбәттә булһын, тигән теләктәмен, — ти Ринат Фәнис улы.

Бөгөн Ринат Әхмәтов пейзаж һүрәтләүсе Башҡортостандағы уңышлы рәссамдарҙың береһе. Дөйөм эштәре иҫәбе 400-гә яҡын. Байтаҡ эше Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы фондында, Өфө сәнғәт галереяһында, БР Дәүләт Йыйылышында, БР Милли банкында, АҠШ, Италия, Германия, Төркиә, Сербия һәм башҡа сит ил коллекцияларында һаҡлана.

Быларҙан тыш, рәссамдың картиналары билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре коллекцияһын биҙәй, улар араһында Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Татарстан Президенты Минтимер Шәймиев, Франция Президенты Николя Саркози ла бар.  

Ринат Фәнис улы яңы эйәһенең кем булыуына ҡарамаҫтан, һүрәттәрен ихлас биреп ебәреүен йәшермәй.

— Бер нәмәһе генә үкенес, шәхси коллекцияға эләккән һүрәттәр мәҙәниәт киңлегенән юғала, киң йәмәғәтселеккә башҡаса күрһәтелмәй, — ти рәссам.

Бөгөн Ринат Әхмәтов төп эшенән башҡа әүҙем педагогик эшмәкәрлек тә алып бара. Бынан бер нисә йыл элек шәхси сәнғәт студияһын булдырып, оҫталыҡ серҙәрен балаларға өйрәтә. Профессиональ рәссам үҙенән алда ижад иткән рәссамдарҙың картиналарын реставрациялау менән дә шөғөлләнә.

темалар: күргәҙмәләр