4 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2010 йыл, 17:38

Кувейтҡа башҡорт балының тәүге партияһы оҙатылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре Кувейтҡа тәүге бал партияһын оҙатты. Әммә был башҡорт продуктын сит илгә тәүге тапҡыр ғына оҙатыу түгел. Францияла һәм Японияла тәбиғи башҡорт балының тәмен баһалап өлгөрҙөләр ҙә инде. Күптән түгел Берлин халҡы «Йәшел аҙна 2010» халыҡ-ара аграр күргәҙмәһендә балдың төрлө сорттарын тәмләп ҡарай алды.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә әйтеүҙәренсә, Кувейтҡа бал оҙатыу тураһында килешеүгә сентябрь айында уҡ ҡул ҡуйылғайны. Ләкин һатып алыусылар бик талапсан булып сыҡты, һәм Башҡортостан етештереүселәре уларҙың бөтә теләктәрен иҫәпкә алырға тырышты. Хатта продукцияға этикеткалар ҙа ғәрәп телендә һәм был мосолман иленең дини традицияларын иҫәпкә алып баҫылды. Иркен һатыу сертификаты ла талап ителде, ә был турала Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла бик аҙҙар белә.

Һәм бына бөгөн тәүге 500 килограмм бал Кувейттың “Бал йылғалары” фирмаһына оҙатылды. 50 атама менән төрлө сорттағы (ҡарабойҙай, йүкә, сәскә һәм башҡалар) бал сувенир төргәктәргә һалынды. Бынан тыш, Кувейтҡа бал нигеҙендә эшләнгән 25 атама менән косметик продукция ла оҙатылды. Былар төрлө шампунь, крем, гелдәр, шулай уҡ һауыт-һаба йыуыу өсөн прополис менән средство.

Башҡортостан умартасылары, продукциябыҙҙың сифаты ғәрәп илдәрендә йәшәүселәрҙең күңеленә хуш килер, тип ышана. Етмәһә, был төбәктә көнсығыш тәм-томдары тап бал нигеҙендә әҙерләнә бит.