10 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2010 йыл, 16:08

Башҡортостанда сусҡасылыҡты үҫтереү программаһы эшләнә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың агросәнәғәт комплексы бөтә төп етештереү күрһәткестәре буйынса  Волга буйы федераль округында алдынғы позицияларҙы биләй. Республика етәкселеге яҡлауы арҡаһында һуңғы йылдарҙа мал иҫәбе, һөт һәм ит етештереү һиҙелерлек артты. Төбәгебеҙҙә  федераль һәм республика ауылды үҫтереү программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Быйыл БР Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексының төрлө тармаҡтарын яҡлауҙың бер нисә программаһын әҙерләй. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә — сусҡасылыҡты үҫтереү. Бөгөн үк был тармаҡта байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

—1 ғинуарға бөтә категория хужалыҡтарҙа 595,6 мең баш сусҡа иҫәпләнә. Был былтырғы кимәлдән 2,6 процентҡа күберәк, — тип һөйләне журналистар менән осрашыуҙа БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин. – Ауыл хужалығы предприятиеларында – 191 мең баш, халыҡтың шәхси хужалыҡтарында – 357,7 мең баш, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 46,9 мең баш иҫәпләнә. Былтырғы менән сағыштырғанда бөтә төр хужалыҡтар буйынса үҫеш 5 процент тәшкил итә.

Сусҡасылыҡ менән республиканың 44 районындағы ауыл хужалығы предприятиелары шөғөлләнә. Иң күп сусҡалар һаны Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Мәләүез, Илеш, Яңауыл, Дыуан райондарында. Республика аграрийҙары эре аҡ, дюра, ландрас һәм йоркшир тоҡомдарына өҫтөнлөк бирә. Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, Бәләбәй районының «М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «БашАгро» тоҡомло сусҡалар үрсетеү һәм һатыу менән шөғөлләнә.

«Максимовка» агросәнәғәт комплексы сусҡаларының тәүге партияһын һатып ебәрҙе. Аҙна һайын ул республиканың эшкәртеү предприятиеларына 600 самаһы сусҡа оҙатасаҡ.

Быйыл «Максимовка» агросәнәғәт комплексының Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында икенсе сиратын реконструкциялау һәм модернизациялау планлаштырыла. «БашАгро»ның икенсе сираты сафҡа индереләсәк. «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы сәнәғәт масштабында ит эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. «Башмелиоводхоз» идаралығы» федераль дәүләт учреждениеһы Хәйбулла районында 12 мең башҡа сусҡасылыҡ комплексы төҙөргә йыйына. Бөтә был саралар республика баҙарын ғына түгел, күрше өлкәләрҙе лә сифатлы сусҡа ите менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк, был һөҙөмтәлә урындағы етештереүселәргә ярҙам итеүгә һәм ватан баҙарынан сит ил итен ҡыҫырыҡлап сығарыуға килтерәсәк.  

темалар: малсылыҡ