8 декабрь, Кесе йома

03 февраль 2010 йыл, 14:48

Раил Сарбаев Өфөнөң 46-сы поликлиникаһын ҡараны

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев шишәмбелә “Башҡортостан социаль картаһы”ның медицина ҡушымтаһын ҡулланыуға индергән һәм уңышлы файҙаланған республикабыҙ баш ҡалаһы дауалау-профилактик учреждениеларының береһен -  Өфөнөң “Көньяҡ” микрорайонында урынлашҡан 46-сы поликлиникаһын ҡараны. Раил Сарбаев был ҡушымтаның нисек эшләү тәртибен төплө һорашты һәм поликлиника базаһында урынлашҡан Сәләмәтлек үҙәге эше менән дә танышты.

Киров районының 37400 кешеһен хеҙмәтләндереүсе поликлиника “Башҡортостан социаль картаһы” системаһында 2007 йылдан башлап эшләй. Был карталар менән федераль бюджет иҫәбенән социаль ярҙам күрһәтелгән шәхестәрҙең федераль регистры төбәк сегментына ингән граждандар ҡуллана.

Был ҡушымта ярҙамында пациентты автоматик танырға, табипҡа ҡабул итеү һәм рецепт формаларын тултырырға мөмкин.  БР Һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков әйтеүенсә, был эштәр медицина документацияһын әҙерләү һәм регистратурала, табип кабинетында көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға булышлыҡ итә.

«Элек табип һәр пациентына документтарын тултырыуға 20-шәр минут ваҡыт бүлгән булһа, хәҙер ни бары ике минут кәрәк», — тине Андрей Александрович.

Социаль картаның медицина ҡушымтаһы яҙып бирелгән рецепттар һәм кеше ҡулына алған препараттар иҫәбе тураһындағы мәғлүмәтте бер урында тупларға ярҙам итә. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов һүҙҙәре буйынса, карта эшмәкәрлегенең адреслы принцибы финанс саралары өҫтөнән ҡаты иҫәп алып барырға һәм контроль булдырырға мөмкинлек бирә.

Әлеге ваҡытта был карта менән республиканың 150 мең кешеһе ҡуллана, яҡын киләсәктә, БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров әйтеүенсә, бындай карталар республиканың оло йәштәге һәр гражданында буласаҡ. Проект әлегә республиканың туғыҙ ҡала һәм районында тормошҡа ашырыла. Социаль карталар граждандарға бушлай бирелә. Уларҙы эшләп сығарыу һәм ҡулланыуға сығымдарҙы шәхси-дәүләт партнерлыҡ сиктәрендә проектта ҡатнашыусылар ҡаплай. Бындай механизм проектты ғәмәлгә ашырыуға киткән сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ иткән, сығымдарҙың дөйөм суммаһы яҡынса 30 миллион һум тәшкил иткән.

Һүҙ ыңғайы әйтеп үтеү мөһим, БР Хөкүмәте менән ғәмәлгә индерелгән “Башҡортостан социаль картаһы” проекты «OSCARDS 2009» инновацион банк продукттары халыҡ-ара конкурсы номинацияларының береһендә еңгән.

Ошонда уҡ Премьер-министр тармаҡ милли проекты йүнәлешенең береһен тормошҡа ашырыу нигеҙендә асылған Сәләмәтлек үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышты.  Уның төҙөлөшөнә һәм йыһазландырылыуына аҡса  федераль һәм республика бюджетынан бүленгән. Сәләмәтлек үҙәгендә йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын юлдары ауырыуҙары факторын асыҡлау өсөн аппараттарҙа комплекслы тикшереүҙәр алып барыла. Уҙған йылдың декабрендә асылған булыуына ҡарамаҫтан, үҙәктә 6000 кеше тикшереү үтеп өлгөргән. Үҙәк Киров, Ленин, Дим райондары халҡын хеҙмәтләндерә.