Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Санкт-Петербургта парламент-ара хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөләсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Константин Толкачев етәкселегендәге рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Санкт-Петербургка осто. Сәфәрҙең төп маҡсаты —Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу Йыйылышы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу.

Бынан алда закондар сығарыу органдары араһында парламент-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, закондар сығарыу процесын һәм ҡабул ителгән норматив хоҡуҡи акттар сифатын камиллаштырыу маҡсатында ҡануниәт эшмәкәрлегендә тәжрибә уртаҡлашыуҙы киңәйтеү кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барылғайны.

БР Дәүләт Йыйылышы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика парламенты делегацияһы составында шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы Секретариаты Етәксеһе Венир Аҙнағолов, депутаттар Рауил Бикбаев, Франис Сәйфуллин, Михаил Бугера, Римма Үтәшева, Флүр Ғәлләмов бар. Сараларҙа Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы вәкиле Риф Сәхәбетдинов ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть