Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй» Стәрлетамаҡта спорт комплексы төҙөлөшөн финанслай

Иҡтисад

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Юғары советы Бюроһы ҡарары менән 2010 йылға Стәрлетамаҡҡа 2500 урынлыҡ боҙ аренаһы менән физкультура-спорт комплексы төҙөү өсөн 50 миллион һумдан ашыулыҡ 670 тонна ауырлығындағы металл конструкциялар комплекты бүленгән, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ хакимиәтенең рәсми сайты.

107 тонна металл конструкциялар алыуға һәм уға түләүгә беренсе контрактты «Берҙәм Рәсәй» 2009 йылда үткәрҙе. Артабан партия ҡалала физкультура-спорт комплексы төҙөлөшөн финанслауҙы дауам итәсәк. Стәрлетамаҡта боҙ аренаһы менән физкультура-спорт комплексы 2008 йыл аҙағында төҙөлә башланы. Уны 2010 йылдың дүртенсе кварталында файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла. 2008 йылда республика бюджетынан объектты төҙөүгә 29 миллион һум бүленде, былтыр – 21 миллион һум. Хәҙер был объектты финанслауҙы һәм төҙөү барышын «Берҙәм Рәсәй» үҙ контроленә ала.

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть