9 декабрь, Йома

03 февраль 2010 йыл, 12:35

Константин Толкачев һәм Раил Сарбаев Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты

автор: Николай Ермоленко

2 февралдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылыш -Ҡоролтай Йортонда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары менән эш осрашыуы булды.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының үҙ-ара эш итеүенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереүгә арналған эш осрашыуында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов, республика парламенты комитеттары рәйестәре, БР Президенты Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты, республика Хөкүмәте вәкилдәре һәм “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәкселеге ҡатнашты.

Республика парламенты етәксеһе үҙенең сығышында 2009 йылда закондар сығарыу органы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса характеристика бирҙе, граждандарыбыҙҙың конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү буйынса Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында торған бурыстарҙы билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Дәүләт Думаһы депутаттарын һәм Федерация Советы ағзаларын 2009 йылда республикалағы социаль-иҡтисади үҫештең төп йомғаҡтары һәм 2010 йылға билдәләнгән перспективалар менән таныштырҙы.

Осрашыу барышында ҡатнашыусылар парламентыбыҙ менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлекте артабан нығытыу буйынса фекер алышты һәм тәҡдимдәр менән уртаҡлашты.