6 декабрь, Шишәмбе

03 февраль 2010 йыл, 11:39

Архангел районында саңғы фестивале үтте

автор: Дмитрий Слезин

Архангел районында Республика йылына арналған спорт фестивале сиктәрендә саңғы ярыштары үтте.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, саңғы дистанцияһына Архангел районының бөтә ауыл Советтары һәм ҡайһы бер дәүләт учреждениелары командалары сыҡты.

Ирҙәр араһында беренсе урынды – Липовка ауыл Советы, икенсене — Оҙондар һәм өсөнсөнө Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы командалары яуланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы  саңғысылары иң етеҙҙәр булып танылды, Архангел районы эске эштәр бүлеге вәкилдәре уларҙан бер аҙға ғына ҡалышты, ә Липовка ауыл Советы спортсылары өсөнсө булды.

темалар: саңғы спорты