Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Суд приставтары иҫәпкә алынмаған векселдәрҙе тапҡан

Иҡтисад

Башҡортостан буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәте Идаралығының Туймазы район-ара суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәре райондағы ҡошсолоҡ предприятиеларының береһенән шәхси эшҡыуар файҙаһына 853 мең һум бурысын ҡайтарыу ниәтендә башҡарылған тикшереү барышында иҫәпкә алынмаған бер миллион һумға яҡын суммалыҡ дүрт вексель тапҡан.  

БР буйынса Суд приставтары федераль хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтенән “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, мөлкәттән файҙаланыуҙы тыйыу маҡсатында бурысы булған предприятиеның милкен билдәләү тейешле һөҙөмтәгә килтермәгән. Шул уҡ мәлдә суд приставтары бурысы булған ойошманың ҙур матди активы барлығы тураһында мәғлүмәткә эйә була, һәм был хәбәр ахырҙа суд приставы-башҡарыусы алып барған тикшереү барышында раҫлана, иҫәпкә алынмаған ҡиммәтле ҡағыҙҙар йәшерелгән бухгалтерия документтары араһынан табыла. Һөҙөмтәлә, артабан бурысын ҡайтарыусы иҫәбенә күсереү ниәтендә улар банкка тапшырыла.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть