Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

«Каустик» яңы продукт – ағас-полимер композиты тәҡдим итә

Иҡтисад

Стәрлетамаҡтың «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Интерпластика-2010» XIII Халыҡ-ара махсус пластмасса һәм каучук күргәҙмәһендә полимер баҙары өсөн яңы продукт – ағас-полимер композиты (АПК) – тәҡдим итте. Күргәҙмә Красная Преснала «Экспоцентр»ҙа үтте.

Ағас-полимер композиты ағас тултырманан һәм бәйләүсе полимерҙан торған материалдан ғибәрәт. Ул ағастың бөтә яҡшы сифаттарына эйә һәм шул уҡ ваҡытта уның етешһеҙлектәренән “мәхрүм”: АПК серемәй һәм күгәрмәй.

«Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 36 квадрат метрлыҡ экспозицияһында поливинилхлоридтың төрлө маркалары ҡуйылды. Айырыуса ағас-полимер яңылыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был «киләсәк материалы»н алыу технологияһын «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре үҙҙәре эшләгән. 2009 йылда Стәрлетамаҡ предприятиеһы базаһында «АПК технологияһының бөгөнгө хәле һәм уны үҫтереү перспективалары» конференцияһы үткәрелде. Конференцияла, шулай уҡ «Интерпластика» күргәҙмәһендә предприятиеның ағас-полимер композит етештереү буйынса партнерҙары – Baerlocher GmbH компаниялары төркөмө ҡатнашты.

— Был йүнәлеш киңәйә, ошо тема менән ҡыҙыҡһыныусы предприятиелар географияһы илдең бөтә төбәктәрен солғап ала бара, — ти «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте баш инженерының технологиялар буйынса урынбаҫары Раил Фәтҡуллин.

«Интерпластика»ла Рәсәйҙең полимер продукция етештереүсе бөтә ҙур предприятиелары, бөтә донъянан һәм ватандан полимер материалдар эшкәртеү өсөн технологик ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр ҡатнашты. Дөйөм алғанда, экспоненттар – ә был донъяның 27 иленән 492 компания – күргәҙмә майҙанында 10 мең квадрат метр самаһы урын биләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть