11 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2010 йыл, 10:49

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт сауҙа селтәрҙәрен тикшерә

автор: Любовь Колоколова

1 февралдән көсөнә ингән сауҙа тураһындағы яңы законға ярашлы, Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт сауҙа селтәрҙәрен котролләүгә өҫтәмә вәкәләттәр алды.

Сауҙа тураһындағы закон Рәсәй Федерацияһы субъектында, муниципаль районда йәки ҡала округында  өлөшө 25 проценттан ашҡан сауҙа селтәрҙәре (ритейлерҙар) үҫешенә ҡаршы сыға. Был сикләүҙең конкурентлыҡ һөҙөмтәһендә, антимонополистар иҫәпләүенсә, сауҙа селтәрҙәре артабан горизонталь үҫешергә тейеш.  

Был ҡануниәт нормаһын ғәмәлғә ашырыу өсөн Федераль хеҙмәт баҙарҙа хужалыҡ итеүсе субъекттар өлөшөн иҫәпләп сығарыу методикаһын әҙерләгән. Ведомствола аңлатыуҙарынса, методика айырым төбәктәге берәмләп һатыу күләме тураһындағы Росстат мәғлүмәте менән ошо уҡ географик сиктәрҙәге билдәле сауҙа селтәре әйләнеше тураһындағы отчеттарын сағыштырыуға нигеҙләнгән.  

Бынан тыш, вазифаһына ярашлы ҡыҙыҡһынған кешегә ритейлерҙар тауар менән тәьмин итеүсе контрагенттарҙы һайлап алыу шарты хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш. Тауар менән тәьмин итеүселәрҙе дискриминациялауға тауарҙы реализациялаған өсөн селтәрҙәге хеҙмәткәрҙәргә бонустар түләүҙе тыйған нормалар ҙа булышлыҡ итә.

Ритейлерҙарҙың әле ваҡыты бар. Закон эшмәкәрлекте яңы талаптарға ярашлы яйға һалыуға 80 көн ваҡыт бирә.

Федераль антимонополистик хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев әйтеүенсә, йәйгә тиклем ведомство санкциялар менән артыҡ мауыҡмаҫҡа һәм сауҙа тураһындағы яңы законды боҙоусыларға етди язалар бирмәҫкә тырышасаҡ.