6 декабрь, Шишәмбе

03 февраль 2010 йыл, 10:12

Республика вуздары ҡабул итеү ҡағиҙәләрен баҫып сығарҙы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары үҙ сайттарында һәм вуздар стендтарында 2010 йылға абитуриенттарҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрен баҫып сығарҙы. Уларҙа лицензияға ярашлы әҙерлек йүнәлештәре, бюджет һәм түләүле урындар һаны, алынған студенттарҙың категориялары — бакалавр, белгес, магистрҙар – тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан раҫланған һәр әҙерлек йүнәлеше буйынса инеү имтихандары исемлеге бирелгән. Шул уҡ ваҡытта вуз һәр әҙерлек йүнәлешенә өс йәки дүрт инеү имтиханын үҙ аллы билдәләү хоҡуғына эйә, барыһы өсөн дә рус теле һәм профилле имтихан мәжбүри булып ҡала.

Шулай итеп, өҫтәмә имтихандан тыш ҡалған бөтә ҡабул итеү ҡағиҙәләре бөтә вуздар өсөн дә берҙәй.

«Башинформ» агентлығы элек хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда, 2009 йыл ҡағиҙәләре менән сағыштырғанда, етди үҙгәрештәр күп түгел: вузға ҡабул итеү этаптары һаны өсәүҙән икәүгә кәмене, вуздарҙың профилле генә түгел, профилле булмаған предметтар буйынса ла минималь балл сиген билдәләү мөмкинлеге индерелде, маҡсатлы ҡабул итеү буйынса уҡырға инеүселәр өлөшө 30 проценттан 20 процентҡа тиклем кәметелде, шулай уҡ ғаризаларҙы биш юғары уҡыу йортона һәр береһендә өсәр конкурсҡа биреү нормаһы теркәлде.

БР Мәғариф министрлығының белем сифаты һәм берҙәм дәүләт имтиханы бүлеге начальнигы Зәкий Мырҙағәлин хәбәр итеүенсә, БДИ формаһында имтихан тапшырыуға рөхсәт алыу өсөн сығарылыш класында уҡыусы 1 мартҡа тиклем, ярашлы предметтарҙы күрһәтеп, мәктәптә ғариза бирергә тейеш.

БР Мәғариф министрлығында Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Сәғәт 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем 8(347) 273-20-87 телефонына шылтыратып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙға яуаптар алырға мөмкин.

темалар: мәғариф