5 декабрь, Дүшәмбе

03 февраль 2010 йыл, 9:41

Рафаил Зинуров Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе итеп һайланды

автор: Юлай Мәғсүмов

2 февралдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа “Рәсәй юристары ассоциацияһы” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан бүлегенең дөйөм йыйылышы үтте.

Йыйылышта ике йылға бүлектең һайлау органдары вәкәләттәре билдәләнде.

Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе итеп Башҡортостан парламенты вице-спикеры Рафаил Зинуров һайланды.

Бүлек Советына БР прокуроры урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова, БР Конституцион суды рәйесе Люциә Ғүмәрова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев, БДУ Хоҡуҡ институтының енәйәт буйынса хоҡуҡтар һәм енәйәт процесы кафедраһы мөдире Заршат Еникеев, Урындағы үҙидара мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини ойошмалар эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте буйынса Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Зөфәр Еникеев, Башҡортостан Республикаһының кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Рим Ҡәйүмов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәтшин, БР Юғары суды судьяһы Фәнис Нурисламов, БР ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге Советы секретаре Александр Шабрин, БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов, РФ Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығы начальнигы Рөстәм Йосопов үтте. Бүлек ревизоры итеп БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов һайланды.