3 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2010 йыл, 18:02

2009 йылда республикала 2930,7 мең тонна иген етештерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, уҙған йылда республика игенселәре 2930,7 мең тонна иген алыуға өлгәшкән — эшкәрткәндән һуң саф ауырлыҡта.

Үҫемлекселек буйынса ла күрһәткестәр насар түгел. Былтыр 124,9 мең тонна көнбағыш алынған, 1161,6 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 1400,4 мең тонна картуф ҡаҙып алынған, 385,2 мең тонна йәшелсә йыйылған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, татлы тамыраҙыҡтар уңышы — 4,4 процентҡа, картуфтыҡы –16,2 процентҡа, йәшелсә уңышы 15 процентҡа күберәк булған.

Сәселгән игендең (85,6%), шәкәр сөгөлдөрөнөң (90%) һәм көнбағыштың (80,5%) төп өлөшө ауыл хужалығы ойошмаларына тура килә. Картуф (93,9%) һәм йәшелсә (73,5%)  үҫтереү буйынса шәхси сектор алдынғы урында.

2009 йылда уңыш өсөн гектарына уртаса 21 килограмм минераль ашламалар индерелгән (2008 йылда – 19), органик ашламалар -  1,4 тонна (2008 йыл кимәлендәге кеүек үк).