6 декабрь, Шишәмбе

02 февраль 2010 йыл, 17:00

Башҡортостан журналистары ТӨРКСОЙ Хөрмәт грамотаһы менән наградланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Андрей Старостин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, шулай уҡ республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре: Альда Вәлиева, Флүрә Солтанова, Сәмиғә Ғафарова, Ғәзиз Йосопов Төрки мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошма (ТӨРКСОЙ) Хөрмәт грамоталары менән бүләкләнде. Журналистарға  ТӨРКСОЙ эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан өсөн почетлы наградаларҙы халыҡ-ара ойошманың Генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы. Наградлау «Башинформ» агентлығында ТӨРКСОЙ етәксеһенең матбуғат конференцияһы сиктәрендә үтте.

— Башҡортостан беҙҙең ойошма менән күп йылдар уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Бөтә был ваҡыт эсендә республика ТӨРКСОЙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла, — тип билдәләне матбуғат конференцияһында Дюсен Касеинов. – Шуның менән бәйле, беҙ журналистарҙы үҙебеҙсә билдәләргә һәм бының менән уларҙың хеҙмәтен дәртләндерергә ҡарар иттек.

Халыҡ-ара ойошманың Генераль секретары һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан менән ТӨРКСОЙ-ҙың хеҙмәттәшлеге планында быйылғы йыл айырыуса йөкмәткеле булырға вәғәҙә итә. Сөнки 2010 йыл ТӨРКСОЙ-ҙа күренекле ғалим-төркиәтсе, Башҡортостанда тыуып үҫкән Әхмәт-Зәки Вәлиди йылы тип иғлан ителде.

— Шуға күрә лә журналистар алдында ҙур эштәр тора, — тине Дюсен Ҡорабай улы.