6 декабрь, Шишәмбе

02 февраль 2010 йыл, 16:14

ТӨРКСОЙ етәксеһе Дюсен Касеинов менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Төрки мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошманың (ТӨРКСОЙ) генераль секретары Дюсен Касеинов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһы менән ТӨРКСОЙ араһында мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, ижади һәм йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара бәйләнешен киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.

Мортаза Рәхимов әйтеүенсә, Башҡортостан менән ТӨРКСОЙ ҙур хеҙмәттәшлек тәжрибәһенә эйә, Башкортостандың ижади ойошмалары, сәнғәт оҫталары һәм ғалимдары ТӨРКСОЙ башланғысында үткәрелгән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша.  

Дюсен Касеинов, төрки телле илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары советы 2010 йылды Әхмәт-Зәки Вәлиди йылы тип иғлан итергә ҡарар итте, тип хәбәр итте. ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәрендә Әхмәт-Зәки Вәлиди мираҫын өйрәнеүгә арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, мәҙәни саралар үтәсәк. Бынан тыш, 2010 йылдың майында Истанбулда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәҙәниәт көндәре үткәреләсәк.

Мортаза Рәхимов хеҙмәттәшлек перспективаларын ыңғай баһаланы һәм донъяның төрки халыҡтары араһында бәйләнештәрҙе артабан нығытыуҙа уңыштар теләне.

Осрашыуҙа Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Илшат Миңлебаев ҡатнашты.