4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2010 йыл, 15:25

«НефАЗ» 2009 йылды зыянһыҙ тамамланы

автор: Любовь Колоколова

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте автосәнәғәт предприятиелары өсөн ҡатмарлы 2009 йылды зыянһыҙ тамамланы. Был йылдың төп йомғағы — ҡалған күрһәткестәр аныҡлана әле.

Мәғлүм булыуынса, «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиелары төркөмөндә «НефАЗ» менән Ставрополь автотағылмалар заводы ғына йылды ыңғай баланс менән тамамланы. Дөйөм алғанда, төп компания ҙур зыян күрҙе.

"НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың беренсе кварталында уҡ продукция һатыу күләмдәре ҡырҡа кәмеү һөҙөмтәһендә 163 миллион һум күләмендә зыян барлыҡҡа килде. Етештереү күләмдәре һиҙелерлек кәмене, ә эшләүселәр һаны элеккесә ҡалды. Эш хаҡын ярайһы уҡ кәметергә тура килде, дөрөҫ, уны даими ваҡытында бирҙеләр. Былтыр йыл уртаһынан алып һатыу күләмдәре аҡрынлап үҫә башланы, был ай һайын зыянды кәметә барырға, эш хаҡын күтәрергә булышлыҡ итте.

"НефАЗ"ға Башҡортостан Хөкүмәте яғынан ҙур ярҙам күрһәтелде. Был ярҙам "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы өсөн ҡала автобустары әҙерләүгә дәүләт заказы биреүгә һәм "Челленджер" комбайндарын йыйылма етештереүҙе ойоштороуға ҡайтып ҡалды.

Һөҙөмтәлә «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә сығарылған һәм һатылған продукция күләме дөйөм алғанда 5,6 миллиард һумлыҡ тәшкил итте — 2008 йыл кимәленә ҡарата 55 процент. Көрсөктө иҫәпкә алғанда, был насар күрһәткес түгел.

Быйыл ғинуарҙа хәл 2009 йылдағыға ҡарағанда яҡшыраҡ. Күҙаллауҙар буйынса продукция күләме 243 миллион һум тәшкил итергә тейеш – уҙған йылдың ғинуарына ҡарағанда 61 миллион һумға күберәк. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, илдең автомобиль баҙарында артабан хәлдәр нисек үҫешерен алдын әйтеү ҡыйын.