Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

«Дуҫлыҡ моңо-2010» тағы ла дуҫтарын йыя

Йәмғиәт

Нефтекамала сираттағы «Дуҫлыҡ моңо-2010» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестивале уҙғарыла — бынан алдағы фестиваль ике йыл элек ошо уҡ ҡалала үткәйне. Башҡорт һәм татар йырҙарын һөйөүселәрҙе бында тағы ла мартта көтәләр, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Ә әлегә беренсе һайлап алыу турына заявкалар ҡабул итә башланылар. Ул 10 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

«Дуҫлыҡ моңо-2010» фестивалендә ҡатнашыу өсөн 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге һәүәҫкәр башҡарыусылар, шулай уҡ музыка училищелары вокал бүлектәренең беренсе курсы һәм юғары уҡыу йорттарының әҙерлек вокал бүлеге студенттары саҡырыла.

Конкурс ҡағиҙәләре элекке көйөнсә ҡала: ҡатнашыусыларҙың һәр береһе дүрт әҫәр башҡарырға тейеш. Конкурс программаһында мотлаҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, башҡорт һәм татар профессиональ композиторҙарының эстрада әҫәрҙәре башҡарылырға тейеш.

Конкурстың тағы бер зарури шарты: башҡорт халыҡ йырын – башҡорт, ә татар халыҡ йырын татар телендә йырларға тейештәр.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән конкурсанттар өс әҫәр башҡара: башҡорт халыҡ йыры, туған телендә йыр һәм башҡорт йәки татар профессиональ композиторының эстрада йыры.

Шуны ла өҫтәп әйтеп уҙайыҡ, «Дуҫлыҡ моңо-2010» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестивале Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов яҡлауында үткәрелә. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

«Дуҫлыҡ моңо-2010» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу шарттары тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте Өфөләге (8-347) 272-53-25, 8-906-374-51-24 йәки Нефтекамалағы (8-34783) 4-83-19, 4-24-72 телефондары аша белергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть