6 декабрь, Шишәмбе

02 февраль 2010 йыл, 13:57

«Максимовка» агросәнәғәт комплексы сусҡалар һата башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова

Республиканың ҙур агросәнәғәт комплексы  – «Максимовка» хужалығы бөгөн тәү башлап 180 сусҡаһын һатыуға оҙата.

Сусҡасылыҡ предприятиеһы ике майҙансыҡтан тора: Өфөнөң Максимовка ҡасабаһындағы репродукторҙан һәм Бөрө районының Осиновка ауылындағы һимертеү комплексынан. 2008 йылда Максимовкала сусҡасылыҡ комплексын реконструкциялау башлана. Шул уҡ йылдың ноябрендә үк репродуктор асыла. Төҙөлөш-монтаж һәм ремонт эштәрен тамамлағас, Даниянан ике мең инә сусҡа һәм Франциянан 20 ата сусҡа һатып алына.

Яһалма тороҡландырыу һөҙөмтәһендә тәүге үрсем алына. Һуңыраҡ нығынған сусҡа бәрәстәрен Бөрө районына һимертеүгә оҙаталар, бында алты ай буйына уларҙы ашаталар. Әлеге ваҡытҡа сусҡалар кәрәкле ауырлыҡ – 150 килограмм –  йыйған һәм хәҙер һатыуға әҙер ҙә инде.

Йылына сусҡасылыҡ комплексы аша 40 мең баштан ашыу сусҡа үтәсәк. Бөрө ит комбинатын реконструкциялағандан һуң ул «Максимовка» агросәнәғәт комплексының тағы бер структура производство звеноһы булып торасаҡ. Ит комбинатында сәғәтенә 120 баш ҡеүәт менән һуйыу цехы йыһазландырыу һәм итте ваҡлап турау ойоштороу планлаштырыла.

Ошо аҙнанан башлап «Максимовка» агросәнәғәт комплексы аҙна һайын баҙарға 600-ләп баш сусҡа оҙатасаҡ. Талапты  республиканың ит эшкәртеү предприятиелары, шул иҫәптән Өфөнөң «НУМИК» һәм Туймазының «Сава» ит комбинаттары, билдәләйәсәк.

Бөгөн БР Ауыл хужалығы минстрлығында үткән матбуғат конференцияһы Башҡортостанда сусҡасылыҡты үҫтереү перспективаларына арналды. Журналистар менән министрлыҡ вәкилдәре һәм «Максимовка» агросәнәғәт комплексы етәкселеге аралашты. Матбуғат конференцияһында, сусҡасылыҡ комплексы ҡеүәттәре яҡын арала республика баҙарын үҙ сусҡа ите менән тулыһынса тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләнде.