11 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2010 йыл, 13:55

Каратэ буйынса ҡала беренселеге үтте

автор: Дмитрий Слезин

«Трамплин» спорт-сәләмәтләндереү комплексында каратэ буйынса асыҡ Өфө беренселеге үтте.

Турнир туғыҙ команда, республика ҡалаларынан һәм райондарынан 200-гә яҡын ҡатнашыусы, йыйҙы.

Ярыш һөҙөмтәләренә ҡарап, «Полосатый тигр» Каратэ буйынса IX халыҡ-ара турнирға һайлап алыу үткәрелде.

Беренсе урынды Өфө командаһы яуланы, икенсене — Учалы спортсылары, өсөнсө урынды Күмертауҙан, Туймазы районынан һәм Ҡандранан  каратистар үҙ-ара бүлеште.

темалар: каратэ