Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» Омскиҙа «Авангард»ты еңде – 3:1

Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» ҡунаҡта Омскиҙа урындағы “Авангард”ҡа ҡаршы Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының сираттағы матчын үткәрҙе.  Өфөлөләр был миҙгелдәге дүрт матчтың өсөнсөһөндә Омск командаһын еңде — 3:1.

Беренсе осорҙа мәрәйҙәргә иҫәпте Андрей Таратухин асты – 1:0.

Икенсе осор башында Константин Кольцовтың тырышлыҡтары икенсе шайба менән бүләкләнде – 2:0.

Руслан Нуретдинов матчтың һуңғы осороноң 13-сө минутында ҡапҡаның арҡыры тимере аҫтына ҡыҫынҡы мөйөштән мәргән ырғытыуы арҡаһында иҫәп йәнә артты — 3:0.

Ниһайәт, финал сиренаһына һанаулы минуттар ҡалғас, хужалар Виталий Колесникты “сохариһыҙ” ҡалдырҙы – 1:3.

50 уйында 111 мәрәй алып, Чернышев Дивизионында «Салауат Юлаев» беренсе урында килә.

Киләһе уйынды “Салауат Юлаев” 3 февралдә Тольяттила «Лада»ға ҡаршы үткәрәсәк.

Теги: хоккей,КХЛ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть