Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

ӨДНТУ студенттары өсөн Европа белеме

Йәмғиәт

Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалының 30-ҙан ашыу бишенсе курс студенты ӨДНТУ, Франция нефть институты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең берлектәге  магистратура программаһы буйынса уҡытыуға дәғүә итеүселәрҙең беренсе һайлап алыу турында ҡатнашты.

Нефть һәм газ технологияһы буйынса имтиханды дәғүәселәрҙән төп вуздың нефть һәм газ технологияһы кафедраһы уҡытыусылары профессор Марат Рәхимов, доцент Олег Баулин, шулай уҡ ӨДНТУ-ның Салауаттағы филиалы «Химик-технологик процестар» кафедраһы профессоры Борис Жирнов ҡабул итте.

Быйыл, имтихан алыусылар фекеренсә, инеүгә конкурс ҡына түгел, балаларҙың әҙерлек кимәле лә үҫкән. Йәштәрҙең күбеһе яҡшы белем күрһәтте һәм Рәсәй-Франция магистратураһында уҡырға ынтылышының нигеҙле булыуын сағылдырҙы, тип хәбәр иттеләр вуздың матбуғат үҙәгенән.

Конкурстың икенсе этабы – инглиз теле буйынса тест – 5 февралдә үткәрелә. Бынан һуң потенциаль магистранттар алдында тел курстарында уҡыу һәм июндә Франция нефть институты вәкиле менән төп әңгәмәләшеүҙе үтеү һынауы тора.

Нефть-газ сәнәғәте өсөн кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтелгән программа буйынса уҡыу срогы – ике йыл. Уҡыуҙы тамамлағас һәм диплом проектын яҡлағас, йәш белгестәргә ике диплом – Рәсәй һәм Европа өлгөһөндәге – тапшырыласаҡ. Уларҙың иң яҡшылары эшкә урынлаштырыласаҡ.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть