9 декабрь, Йома

02 февраль 2010 йыл, 11:56

Төркмәнстандың Кеймир ятҡылығына Өфө ҡорамалдары ебәрелә

автор: Эльвира Латипова

«Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Төркмәнстан Республикаһының Кеймир ятҡылығына блоклы ҡаҙан ҡулайламаларын һәм газ үлсәү быуынын ебәрҙе. Корпорациянан хәбәр итеүҙәренсә, Төркмәнстанды ҡыҫыусы компрессор станцияһы өсөн технологик ҡорамалдар менән тәьмин итеү тураһындағы килешеү нигеҙендә эшләп сығарылған техника номенклатураһы киңәйтелгән.

Файҙаланыу характеристикаһы һәм ҡаҙанлыҡтарҙың блоклы-модулле эшләнеше уларҙы киң ҡулланырға мөмкинлек бирә. Блоклы ҡаҙан ҡулайламаһы йылытыу системаһы, һауа алмаштырыу һәм производствоның технологик ихтыяжы өсөн эҫе һыу әҙерләү, шулай уҡ торлаҡ һәм производство биналарының йылы һыу системаларын эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла.