Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфө: бер нисә аптекала ҡағиҙәләр боҙола

Йәмғиәт

Өфөнөң бер нисә аптекаһында дарыуҙарҙы һаҡлау һәм һатыу ҡағиҙәләре һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптары боҙола.

Өс аптека учреждениеһын тикшергәндән һуң, ошондай һығымта яһаған Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы вәкилдәре.

Район прокуроры ярҙамсыһы Тимур Яҡуповтың “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, “Илья фармацевтик компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “36.6” аптекаһын (Өфө, Космонавтар урамы, 14), “Норис 11” йәмғиәтенең “XXI быуат” аптекаһын (Өфө, Октябрь проспекты, 107) һәм “Фармленд” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте аптекаһын тикшереү барышында дарыу сараларын һаҡлау һәм һатыу ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары теркәлгән.

«Дарыуҙы һаҡлау һәм һатыуҙа температура режимын боҙоу ғәҙәти күренеш, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Приказы менән раҫланған һәм “Б” исемлегенә индерелгән дарыу сараларын дөрөҫ һаҡламау кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар ҙа йыш күҙәтелә», — тине Тимур Альберт улы.

Бынан тыш, «36.6» һәм «Фармленд» аптекаларында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарары менән раҫланған Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуҙар ҙа асыҡланған.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса аптека мөдирҙәренә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән, ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә күрһәтмәләр бирелгән.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы буйынса ла аптека мөдирҙәренә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш асылған, янғын хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә күрһәтмәләр бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть