5 декабрь, Дүшәмбе

02 февраль 2010 йыл, 10:55

Яҡташыбыҙ Свердловск өлкәһенең баш суд приставы итеп тәғәйенләнде

автор: Айҙар Хөсәйенов

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Свердловск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе һәм төбәктең баш суд приставы итеп Азат Салихов тәғәйенләнде.

Салихов Азат Рәфҡәт улы 1972 йылда Салауат ҡалаһында тыуған. Ике юғары белемгә эйә — Эске эштәр министрлығының Төмән юридик институтын һәм Мәскәү дәүләт сервис университетын тамамлаған.

1993 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән. 1998 йылдан хеҙмәт эшмәкәрлеген Юстиция министрлығы системаһында дауам итә, Нефтеюганск ҡалаһы буйынса суд приставы-башҡарыусыһы булып башлай. 2005 йылдың ғинуарынан Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Мәскәү буйынса Баш идаралығының Үҙәк административ округы буйынса 1-се район-ара бүлеген етәкләй. 2006 йылдан Федераль  суд приставтары хеҙмәтенең Ырымбур өлкәһе буйынса идаралығына етәкселек итә.

1-се класлы юстиция советнигы.