11 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2010 йыл, 10:45

Раил Сарбаев торлаҡ фонды адреслы программаларын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте башлыҡтары менән Хөкүмәт Йортонда торлаҡ фондында капремонт һәм авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы икенсеһенә күсереү кеүек адреслы программаларҙы үтәү мәсьәләләренә бәйле кәңәшмә үткәрҙе. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының финанс ярҙамын алыу шарттарын муниципалитеттарҙың үтәүенә кәңәшмәлә айырыуса иғтибар бирелде.  

— Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә алып барылған реформалар арҡаһында беҙ 2008-2009 йылдарҙа күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт һәм авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы икенсеһенә күсереү кеүек адреслы республика программаларын өҫтәп финанслауға Дәүләт корпорацияһы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондына дүрт заявка әҙерләнек һәм уны яҡлай алдыҡ, — тине БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин. — Республикаға Фонд менән бүленгән сумма ике йылда 7,3 млрд. һумға етте, шул иҫәптән капремонтҡа һәм авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә 4,7 млрд. һум. Фонд, республика, муниципаль берәмектәр бюджеттарының һәм милекселәрҙең үҙҙәренең сараһын иҫәпкә алып, адреслы программаларҙы дөйөм финанслау 10 млрд. 180 млн. һум тәшкил итте. Фонд менән 2012 йылға тиклем үҙләштерелергә тейешле финанс лимитын республика срогынан алда үҙләштергән.

Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса өс адреслы программа үтәлгән, уға ярашлы республиканың 26 муниципаль районында дөйөм майҙаны 2,6 млн. кв. метрлыҡ 750 күп фатирлы йорт ремонтланған. Һөҙөмтәлә 162 меңдән ашыу граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреүҙә 473 подряд ойошмаһы ҡатнашҡан, шуларҙың 392-һе – бәләкәй бизнес ойошмалары, ремонт арҡаһында 26470 кеше эш менән тәьмин ителгән.

Республикала “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү Фонды тураһында”ғы Федераль Закондың 14-се статьяһында ҡаралған Фонд саралары иҫәбенән финанс ярҙамын алыу шарттарын теүәл үтәү өсөн республикала тәғәйен саралар күрелә. Бөгөн республикала күп фатирлы йорттар менән күп осраҡта идара итеүсе компаниялар һәм милекселәр ширҡәте идара итә.

Ағымдағы йылда республика өсөн билдәләнгән өҫтәмә сараларҙы алыу йәһәтенән, муниципаль берәмектәр торлаҡ өлкәһендә түбәндәге күрһәткестәргә етергә тейеш: шәхси компаниялар менән идара ителеүсе күп фатирлы йорттар өлөшө — 80 процент, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре булдырылған йорттар иҫәбе – 10 процент, коммуналь өлкәлә хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың 50 проценты шәхси компания булып, инженер инфраструктураһы объекттарын ҡуртымға алыу йәки концессион килешеүҙәр нигеҙендә ҡулланырға тейеш.

— 2008-2009 йылдарҙа адреслы программаларҙа ҡатнашҡан 26 муниципаль берәмек үрҙә һаналған шарттарҙы үтәүгә яҡынлашҡан, — тине Ғеман Әсәҙуллин.

Быйыл февралдә Фонд республикала сираттағы тикшереү үткәрергә ниәтләй. Авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереү программаларын үтәүгә айырыуса иғтибар итәсәк. Беренсе сиратта ваҡытында файҙаланыуға тапшырылыуына комиссияла шик тыуҙырған йорттар ҡараласаҡ. Икенсе торлаҡҡа күсерелгән граждандарҙы исемдәре буйынса тикшерәсәктәр, эштәре судта ҡаралған граждандарҙы иҫәпкә алмағанда, был эш 1 мартта тамамланырға тейеш.

Ғеман Әсәҙуллин министрлыҡ һәм ведомстволар, шулай уҡ республиканың муниципаль берәмектәре көйлө, берҙәм эшләгәндә, быйыл да Фондтан финанс ярҙамы алыуға өмөт ҙур булыуын билдәләне.

—Башҡортостан билдәләнгән лимитты 2009 йыл аҙағына тиклем алып бөттө, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Республика нисәмә йылдар эсендә беренсе тапҡыр капремонтҡа һәм авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереүгә шундай ҙур күләмдә матди ярҙам алды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү Фонды етәкселеге әйткән бонустарҙы ла алырға ине, был йәнә 1,5 млрд.һум. Беҙҙең өсөн был сара  – Башҡортостан халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өҫтәмә мөмкинлек ул.