9 декабрь, Йома

02 февраль 2010 йыл, 10:03

Конференцияла электротранспортты үҫтереүҙәге яңы технологиялар тикшереләсәк

автор: Любовь Колоколова

3 — 4 февралдә Өфөлә "Электротранспортты үҫтереүҙәге яңы технологиялар: реалийҙар һәм перспективалар" фәнни-техник конференцияһы үткәреләсәк. Уны ойоштороусылар – Халыҡ-ара Ҡала электр транспорты ассоциацияһы, "Ҡала электр транспорты" Эш биреүселәрҙең йәмәғәт тармаҡ берекмәһе һәм "Башҡортостан троллейбус заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Конференция Башҡортостан троллейбус заводының 30 йыллығын байрам итеүгә тура килтереп үткәрелә. Конференция программаһында –докладтар һәм ҡатнашыусыларҙың сығыштары, "Башҡортостан троллейбус заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һәм "Электротранспорт" муниципаль унитар предприятиеһына (Өфө) экскурсиялар.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конференцияла Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан троллейбус һәм трамвайҙар, комплектлаусы изделиелар, электротранспорт өсөн материалдар етештереүсе предприятиелар вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ RAILONE (Германия, Ноймарк), СКД ТРАДЕ (Чехия) кеүек сит ил компаниялары вәкилдәре лә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Электротранспорттың хәҙерге торошо, уны үҫтереү перспективалары һәм камиллаштырыу юлдары тикшереләсәк.

Конференция «Президент-отель» ҡунаҡхана комплексының йыйылыштар залында үткәрелә. Ҡатнашыусылар килә башланы ла инде.