8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2010 йыл, 17:35

1 февралдән 2010 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылырға мөмкин

автор: Любовь Колоколова

1 февралдән 31 мартҡа тиклем Башҡортостандың һәр почта бүлексәһендә, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына 2010 йылдың икенсе ярты йыллығына срогынан алда яҙылырға мөмкин. Яҙылыу хаҡы был осорҙа уҙған осор хаҡтары кимәлендә һаҡланасаҡ. Ваҡытынан алда өйҙә йәки республика почта бүлексәләрендә яҙылырға мөмкин баҫмалар исемлегендә, район баҫмаларынан тыш, 800 гәзит-журнал иҫәпләнә.  

Федераль почта хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡытынан алда баҫмаларға яҙылыу кампанияһындағы хаҡтар ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында күрһәтелгәнсә һаҡлана, йәғни был осорҙа беренсе ярты йыллыҡҡа билдәләнгән каталогта күрһәтелгән арзан хаҡҡа икенсе ярты йыллыҡҡа ла яҙылырға мөмкин. Әйтергә кәрәк, баҫманы уҡыусыға еткереү хеҙмәтенең хаҡы ла элеккесә ҡала.

“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы, нәшриәт һәм агентлыҡтар менән даими үткәрелгән яҙылыу кампаниялары физик һәм юридик шәхестәргә ташламалы хаҡтар буйынса гәзит-журналдарға алдан яҙылырға форсат бирә. Ваҡытлы баҫмаларға яҙылыуҙы ойоштороп, почта тәү сиратта илебеҙҙең берҙәм мәғлүмәт киңлеген булдырыу һәм һаҡлау буйынса социаль роль үтәүсе булараҡ та сығыш яһай.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй почтаһы Рәсәй территорияһында уҡыусының йортона гәзит-журналдар еткереүсе берҙән-бер предприятие. Башҡортостанда ике миллион 300 меңгә яҡын экземпляр матбуғат баҫмаһы беренсе ярты йыллыҡҡа яҙылыуға ҡабул ителгән.