10 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2010 йыл, 17:02

ТӨРКСОЙ генераль секретары Дюсен Касеинов Башҡортостанға килде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанға эш сәфәре менән Төрки мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошманың (ТӨРКСОЙ) генераль секретары Дюсен Касеинов килде. Уның сәфәренең маҡсаты — Башҡортостан Республикаһы менән ТӨРКСОЙ араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү.

БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Дюсен Касеинов Башҡортостан баш ҡалаһының мәҙәни иҫтәлекле урындары менән танышырға планлаштыра. Атап әйткәндә, юғары ҡунаҡты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә, Башҡортостан Республикаһы Парламентының Тарих музейында, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Урта махсус музыка колледжында көтәләр. Бынан тыш, ТӨРКСОЙ етәксеһе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына «Нәркәс» спектакленә барырға, шулай уҡ "Башинформ" агентлығында журналистар менән осрашырға ниәтләй.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан менән ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы күп йылдар инде хеҙмәттәшлек итә. ТӨРКСОЙ ярҙамында беҙҙә «Туғанлык», «Урал моңо» халыҡ-ара фестивалдәре үткәрелә. Башҡортостан ТӨРКСОЙ үткәргән төрки телле илдәр шағирҙарының халыҡ-ара осрашыуҙарында, рәссамдарҙың ижади лабораторияларында, традицион Опера көндәрендә һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә.