3 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2010 йыл, 16:16

2009 йылда «Иммунопрепарат» 2,6 миллиард һумлыҡ продукция сығарҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

2009 йылда Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһында (РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Микроген” медицина иммунобиология препараттары буйынса ғилми-етештереү берекмәһе” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы) ике миллиард 617 миллион һумлыҡ иммунобиологик һәм фармацевтик дарыуҙар әҙерләнгән.

Предприятиеның матбуғат секретары Гүзәл Йосопова хәбәр итеүенсә, производство планы 102,6 процентҡа үтәлгән. Йыл йомғаҡтары буйынса физик күләм индексы 117,3 процент тәшкил иткән. Продукция сығарыу күләме 2008 йыл менән сағыштырғанда 50 процентҡа артҡан. Күберәк гриппол, иммуновенин, простакор, интерферон, церебролизат, глюкоза кеүек препараттар етештерелгән.

Предприятиела “сусҡа” киҙеүенә ҡаршы Рәсәйҙә беренсе инактивацияланған моновакцина уйлап табылған. 2009-2010 йылғы эпидемиологик миҙгелдә «Иммунопрепарат» бөтәһе һигеҙ миллион доза самаһы «Пандефлю» вакцинаһы сығарасаҡ.

Былтыр предприятие производствоны яңыртыуға ҙур иғтибар бүлде. 16 миллион һумлыҡ технологик ҡорамалдар файҙаланыуға индерелде. Мәҫәлән, профессор Наталья Ворошилова етәкселегендәге бактериофагтар етештереү цехында дарыуҙарҙы ҡойоу буйынса автоматик линия, һауа стерилизаторы индерелде. Поликомпонентлы вакциналар цехында медицина фәндәре докторы Николай Мельников етәкселегендә яңы центрифуга эшләй башланы.