Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө электр селтәрҙәре ҙур һорау менән ҡуллана

Иҡтисад

2009 йылда «БашРЭС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә электр селтәренә тоташтырыуҙы һорап 9 626 ғариза бирелгән, шуның нигеҙендә 7 908 килешеү төҙөлгән.

Иң күп заявка Өфө ҡала электр селтәренә килгән. «БашРЭС-УГЭС» технологик тоташтырыуға 2009 йылда 267,5 миллион һумға 2449 килешеү төҙөгән. «БашРЭС»-тың башҡа филиалдарында килешеүҙәр һаны күпкә кәм. БашРЭС-Нефтекама, БашРЭС-Стәрлетамаҡ, БашРЭС-Өфө һәм БашРЭС-Белорет бөтәһе бергә ҡулланыусылар менән 16,7 миллион һумға 5459 килешеү төҙөгән.

Яңы ҡулланыусыларға 84,5 МВт ҡеүәт бүленгән, шуның яртыһынан күберәге Өфөгә тура килә.

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әйтеүҙәренсә, ғаризаларҙың күплеге тоташтырыуға тарифтарҙың сағыштырмаса түбән булыуына бәйле. Башҡортостан буйынса электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуға тариф,  физик һәм юридик шәхестәр өсөн тоташтырыу ҡеүәте 15 кВт-тан артмағанда, 550 һум кимәлендә билдәләнгән. Ғариза биреүсенең участкаһы менән кәрәкле көсөргәнештәге электр селтәре объекты араһы — ҡалала 300 метрҙан, ауылда 500 метрҙан ашмаған осраҡтарға ҡағыла был.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть