4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2010 йыл, 15:31

Республика ҡалалары һәм райондары Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Комиссия ултырышында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2010-ға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Бөгөн федераль кимәлдә иҫәп алыуҙы үткәреүҙең норматив фазаһы булдырылды. Уны үткәреү датаһы һәм перепись ҡағыҙҙары формаһы раҫланды. Республика статистиктары ҙур әҙерлек эше үткәрҙе: йорттар исемлектәре төҙөлдө, картографик материал аныҡланды, бөтә республика иҫәп алыуҙы үткәреү участкаларына бүленде. Мәғлүмәттәр йыйыуға 18 мең самаһы кеше йәлеп ителде. Бер иҫәп алыусыға уртаса 400 кеше тура килә.

Республиканың киң мәғлүмәт саралары тарафынан үткәрелгән халыҡ менән мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыу тураһында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев һөйләне. Шулай уҡ «Башҡортостан» телекомпанияһы үткәргән мәғлүмәт-аңлатыу эше тураһындағы мәсьәлә лә ҡаралды.

Халыҡ иҫәбен алыр алдынан граждандарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең йәшәгән урын буйынса теркәлеү һәм теркәлеүҙән төшөү ҡағиҙәләрен күҙәтеүенә контроль көсәйтеләсәк. Был мәсьәләгә Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Хәмит Нафиҡовтың сығышы арналды.

Ултырышта, дөйөм алғанда, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2010-ды үткәреүгә әҙерлек график буйынса бара, тип билдәләнде.