Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

“Башҡортостандың 100 иң матур урыны” белешмәһе өҫтәп сығарылды

Йәмғиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә былтыр йәйге миҙгелдә иң популяр китап —"Башҡортостандың 100 иң матур урыны" иллюстрациялар менән биҙәлгән белешмәһенең өҫтәмә тиражы баҫылып сыҡты.

"Рифей" нәшриәте менән берлектә сығарылған был китап Башҡортостан буйынса иң дөрөҫ һәм ентекле белешмә булып тора. Элек бындай форматтағы белешмә баҫмалар сығарылмағайны.

Был сағыу, матур биҙәлгән китап уҡыусыларҙы Башҡортостандың Көньяҡ Уралы төбәгендәге иң матур мөйөштәр менән таныштыра. Ул алты бүлектән тора: "Тауҙар", "Ҡаялар", "Йылғалар һәм сығанаҡтар", "Күлдәр һәм һыу һаҡлағыстар", "Мәмерйәләр", "Шарлауыҡтар". Был бүлеккә өҫтәп объекттарҙың урынлашҡан урыны менән географик карта һәм Өфө почтамтынан ("нуль километр") алып күрһәтелгән пунктҡа тиклем автомобиль юлы буйлап алыҫлыҡ бирелгән таблица һалынған, был теләүселәрҙең барыһына ла сәйәхәт маршрутын үҙ аллы билдәләргә булышлыҡ итә.

Белешмә әҙер стандарт маршруттар бирмәй, ә унда сәфәрҙе – ҙур булмаған экскурсияларҙан алып төрлө ҡатмарлылыҡтағы спорт походтарына тиклем – планлаштырырға ярҙам итеүсе белешмә мәғлүмәт бирелә.

Китеп рус телендә 3000 дана тираж менән сығарылған. Уны "Китап" нәшриәтенең фирма магазинында («Башҡорт китабы йорто») һәм «Белая река» нәшриәтенең китап магазинында («Белем») һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть